Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2017, 13:31

Водителдәр “балҡып” торасаҡ

Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, ҡала йәки ауыл ситендә мәжбүри туҡтаған осраҡта, водителдең кейемендә яҡтыртҡыс сағылдырыусы таҫмалар булырға тейеш.

Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, ҡала йәки ауыл ситендә мәжбүри туҡтаған осраҡта, водителдең кейемендә яҡтыртҡыс сағылдырыусы таҫмалар булырға тейеш.
2017 йылдың алты айында илдә ҡараңғы ваҡытта юл ситендә туҡтаған 66 водитель тапалған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,8 процентҡа күберәк.
Алдан Рәсәйҙә йәйәүлеләр өсөн ошондай уҡ талап ҡабул ителде, улар тораҡ пунктынан ситтә йөрөгәндә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар йөрөтөргә тейеш. Һөҙөмтәлә 2017 йылдың алты айында йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл транспортваҡиғаһы 10,2 процентҡа – 7,5 меңгә тиклем кәмегән.
Яңы ҡарар рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 90 көн үткәс үҙ көсөнә инә.
Читайте нас: