Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2017, 13:40

Ҡыш Бабай күпмегә төшә?

Өфөләге Ҡыш Бабайҙар илдә иң ҡиммәтлеләре араһында. Яңы йыл алдынан Авито сайты эскперттары Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙы ҡунаҡҡа саҡырыу хаҡын иҫәпләгән.

Өфөләге Ҡыш Бабайҙар илдә иң ҡиммәтлеләре араһында. Яңы йыл алдынан Авито сайты эскперттары Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙы ҡунаҡҡа саҡырыу хаҡын иҫәпләгән.
Ҙур ҡалалар араһында рейтингта Мәскәү беренсе урында. Бында Ҡыш Бабай хеҙмәттәре 3 мең 100 һумға баһала. Артабан Санкт-Петербург урынлашҡан. Ҡалала Яңы йыл тылсымсыһы хеҙмәттәре 2 мең 300 һумға барып баҫа. Исемлектә өсөнсө урында Өфө килә – республика баш ҡалаһында Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙы ҡунаҡҡа саҡырыу өсөн 1 мең 600 һум түләргә кәрәк. Иң арзан хаҡ иһә Пермь, Түбәнге Новгород һәм Красноярскиҙа. Бында ул 1 мең 100 – 1 мең 200 һумға етә.
Читайте нас: