Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2017, 13:28

Йылды йомғаҡлап

Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын йомғаҡлап, Абзай ауылы мәктәбендә бик күңелле һәм файҙалы кисә үтте. Сара тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында уҙғарылды.

Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын йомғаҡлап, Абзай ауылы мәктәбендә бик күңелле һәм файҙалы кисә үтте. Сара тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында уҙғарылды.
Һәр класс тәбиғәтте һаҡлау темаһына әкиәт сәхнәләштерҙе. 1-се класс уҡыусылары (етәксеһе Р. Рәхмәнғолова) “Ҡуяндар” әкиәтен ҡуйҙы. Өсөнсөләр (Ф. Мөхәмәҙиева) кешеләрҙең тәбиғәткә килтергән яман эштәренә хөкөм сығарҙы. 2- се, 4-се кластар (З. Шамғолова) “Ал сәскә” әкиәте аша тәбиғәттә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтеп бирҙе. Балалар бәләкәс кенә булһалар ҙа, үҙҙәрен сәхнәлә бик оҫта тотто. Кисә бик күңелле һәм фәһемле үтте.
Экология йылы сиктәрендә мәктәптә башҡа бик күп эштәр башҡарылды. Ошо йылға арналған класс сәғәттәре, асыҡ дәрестәр, Урман көнө, Һыу көнө, Ҡоштар көнө, Ҡарабаш турғай көнө, йылға буйын, ауылды сүп-сарҙан таҙартыу өмәләре, төрлө темаларға викториналар, КВН, конкурстар балаларға бик оҡшаны. Районда үткән сараларҙан да ситтә ҡалманыҡ.
Йәшәгән еребеҙҙең төҙөклөгө, таҙалығы беҙҙең һәр беребеҙгә бәйле. Балалар быны Экология йылында ғына түгел, һәр ваҡыт белеп йәшәр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
З. Шамғолова, башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Ҡыйғы районы, Абзай ауылы.
Читайте нас: