Сентябрҙән декабргәсә Яңы Балаҡатай 2-се һанлы мәктәбендә “Донъяны таҙ раҡ итәйек!” экологик акцияһы үтте. Октябрҙә акцияға Иҫке Балаҡатай һәм Түбәнге Үтәш мәктәптәре лә ҡушылды.
“100 килограмм макулатура йый – бер ағасты ҡотҡар” девизы аҫтында уҙған конкурста 1-11-се кластарҙан 84 кеше ҡатнашты. Уҡыусылар макулатура, полиэтилен, пластик, алюмин һауыттар йыйҙы. Йыйылған икенсел сырье шәхси эшҡыуар Т. Власованың “Заготпункт”ына тапшырылды.
Өс ай эсендә 2-се һанлы мәктәптә барлығы 7273,5 кг макулатура, 170,5 кг пластик шешәләр, 227 кг полиэтилен, 14 кг пластмасс, 3,5 кг алюмин банкалар йыйылды. Түбәнге Үтәштә - 838 кг, Иҫке Балаҡатайҙа 632 кг макулатура йыйылды. Һөҙөмтәлә бөтәһе 18 311 һумлыҡ 8743 кг макулатура тапшырылды.
Конкурс һөҙөмтәләре кластар буйынса ла билдәләнде. 2-се һанлы мәктәптән 4Б класы (етәксеһе Т. Дашкина) конкурс лидеры булды, улар 851 кг макулатура, 52 кг полиэтилен йыйған. 6 Б класы (етәксеһе И. Веденькова) пластик шешә йыйыу буйынса (33 кг) еңеп сыҡты. Иҫке Балаҡатай мәктәбендә 502 кг макулатура йыйған 8- се класс (етәксеһе М. Бекетова) еңеү яуланы.
Шәхси беренселектә 536 кг макулатура тапшырыусы Анастасия Седова, 22 кг пластик шешә йыйған Арсений Худяков, 44 кг полиэтилен тапшырған Карина һәм Эдгар Вәхитовтар еңеү яуланы.
Еңеүселәргә һәм конкурста әүҙем ҡатнашыусыларға тантаналы линейкала грамоталар, шәхси эшҡыуар Т. Власованан һәм конкурс бағымсыһы И. Веденькованан татлы приздар тапшырылды. Сара бының менән генә тамам түгел, беҙ киләсәктә лә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып тәбиғәтебеҙҙе матурлау, таҙартыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Яңы Балаҡатай 2-се мәктәбенең тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары.