Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2017, 13:16

Ишле ғаиләләргә ярҙам

Ошо көндәрҙә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Ошо көндәрҙә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ Рәсәй Президентының “май указдары”н тормошҡа ашырыу, шулай уҡ ғаиләне үҫтереү һәм нығытыу, сабыйҙар һанын арттырыуҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә шарттар тыуҙырыу маҡсатында ҡабул ителде. Указға ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ишле ғаиләләр өсөн 2018 йылда тыуған өсөнсө йәки артабанғы һәр бала өсөн өс йәше тулғанға тиклем 8 993 һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләү билдәләнә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә ошо аҡсаны түләү шарттарын һәм тәртибен асыҡлау бурысы йөкмәтелде. Уны түләү тураһында мәғлүмәт Берҙәм дәүләт социаль тәьминәт системаһында урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас: