Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2017, 11:30

Дыуанда яңы башлыҡ

25 декабрҙә Фаил Мөхәмәҙиев Дыуан районы хакимиәте башлығы итеп тәғә- йенләнде.

25 декабрҙә Фаил Мөхәмәҙиев Дыуан районы хакимиәте башлығы итеп тәғә- йенләнде.
Фаил Рафаэль улы Мөхәмәҙиев 1964 йылда Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Дыуан районы Мәсәғүт ауылында 117-се һөнәри-техник училищеһында мастер булып башлай. Артабан Мәсәғүт күсмә механизацияланған колоннала инженер - программист, баш механик була. 2000 йылда “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәсәғүт электр элемтә үҙәге начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм ошо системала төрлө вазифала эшләй. Яңы вазифаға тиклем ул “Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге” Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренең федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы директоры урынбаҫары була
Читайте нас: