Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2017, 11:41

Мөғжизә бар

Ҡыйғы районы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда физик мөмкинселектәре сикләнгән балалар өсөн Яңы йыл байрамы үтте. Мауыҡтырғыс сараны Инвалидтар ойошмаһы менән Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

Район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Фәнил Сафин йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап изге тәләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ социаль эш буйынса белгес Лиана Рәхимйәнова менән Инвалидтар ойошмаһы вәкиле Рәфилә Хәсәнова ла балаларҙы ҡотлап, яңы йылда яңы бәхет, таҙалыҡ теләне.
Районда барлығы 76 инвалид бала иҫәпләнә. Улар ҙа Яңы йылдан мөғжизә, Ҡыш бабайҙан бүләктәр көтә. Байрамда кескәйҙәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, йомаҡтар систе, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейене, Карлсон, Малыш, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа геройҙар менән күңел асты. Сара һуңында барыһы ла Ҡыш бабайҙан бүләктәр алып мөғжизә барлығына ышанып, шатланышып таралышты.
Р. Әлимбаева. Ҡыйғы районы
Читайте нас: