Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2017, 12:01

Совет осорондағы уйынсыҡтар

Башҡортостан Республикаһы Милли музейында “Яңы йыл менән!” күргәҙмәһе асылды. Ул музейға килеүселәрҙе Совет осорондағы яңы йыл уйынсыҡтары донъяһы менән таныштыра.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейында “Яңы йыл менән!” күргәҙмәһе асылды. Ул музейға килеүселәрҙе Совет осорондағы яңы йыл уйынсыҡтары донъяһы менән таныштыра.
Күргәҙмәлә быяланан, мамыҡтан һәм картондан эшләнгән төрлө-төрлө шыршы уйынсыҡтары (әкиәт персонаждары, хайуандар, шарҙар, фонарҙар, боҙ бармаҡтары, емеш-еләк һәм башҡалар), яңы йыл битлектәре, бәләкәй флагтар, мишуралар, гирляндалар, Ҡыш бабай һындары тәҡдим ителә. ХХ быуат башындағы раштыуа һәм яңы йыл открыткалары коллекцияһы күр- гәҙмәнең төп биҙәге була. Уларҙы Өфө коллекционеры Владимир Буравцов тәҡдим итә.
Шыршы уйынсыҡтары тупланмаһына 300-ҙән ашыу предмет инә һәм ХХ быуаттың 30-80 йылдарында яңы йыл уйынсыҡтары тарихын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
“Яңы йыл менән!” күргәҙмәһе үткән заманға ҡайтырға һәм илдең иң яратҡан байрамы хаҡында хәтирәләргә бирелергә, йәнә яңы йыл шыршыһының тылсымын тойорға мөмкинлек бирә”, — тип билдәләй проектты ойоштороусылар.
Читайте нас: