Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2017, 11:56

Яңы йылға шәп бүләк

Салауат районы Яхъя ауылында дүрт йыл элек кенә ике ҡатлы мәктәп төҙөлгәйне, урындағы халыҡ ҡыуанысына Яңы йыл алдынан белем усағы биләмәһендә балалар баҡсаһы һәм интернат та сафҡа индерелде.

Салауат районы Яхъя ауылында дүрт йыл элек кенә ике ҡатлы мәктәп төҙөлгәйне, урындағы халыҡ ҡыуанысына Яңы йыл алдынан белем усағы биләмәһендә балалар баҡсаһы һәм интернат та сафҡа индерелде.
Яхъя ауылындағы туғыҙ йыллыҡ мәктәптә бөгөн ҡырҡ уҡыусы белем ала, ғинуарҙан уларҙың һаны егермегә артасаҡ. Яңы төҙөлгән интернат күрше ауылдарҙан да балаларҙы ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.
Миндеш, Радио, Ишембай ауылдарында йәшәгән мәктәп йәшендәгеләр бығаса Әлкә ауылына йөрөп уҡыған. Яңы асылған интернат проблеманы төптән хәл итте. Бында балаларға йәшәү һәм уҡыу өсөн барлыҡ уңайлыҡтар бар.
Яхъяла йәшәүселәр оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһыҙ интегә. Яңы йыл алдынан ҙур бүләк – ике ҡатлы яңы бина эсендә егерме урынлыҡ балалар баҡсаһы ла үҙ эшен башланы. Бында кескәйҙәр өсөн айырым йоҡо, уйын, музыка бүлмәләре лә булдырылған.
Интернат һәм мәктәпкәсә учреждение социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында төҙөлә. Дөйөм сығымдар 66 миллион һум тәшкил иткән.
З. Ғәлләмова.
Салауат районы.
Ә. Нуретдинов фотоһы
Читайте нас: