Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар 2018, 12:33

2018 – Ғаилә йылы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ Рәсәй Президентының “Рәсәй Федерацияһын- да Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында”ғы Указына ярашлы төҙөлдө һәм дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Башҡортостан Хөкүмәтенә Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫларға йөкләмә бирелде.
Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре- нә урындағы ойоштороу комитеттары булдырырға һәм тейешле саралар уҙғарырға кәңәш ителде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ошо ике йүнәлеш – волонтерлыҡ һәм ғаилә сәйәсәте – бер-береһен тулыландырырға тейеш.
Читайте нас: