Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар 2018, 12:40

Дыуанда модулле дауахана

Район үҙәгенән алыҫта йәшәүселәргә үҙ ваҡытында беренсел медицина ярҙамын алыу уңайлы булһын өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә. 2016 йылда бындай пункт Өлкөндө ауылында асылһа, хәҙер дыуанлыларҙың хыялы тормошҡа ашты. Унда республикала беренсе модулле участка дауаханаһы асылды.

Яңы пункт Дыуан халҡын ғына түгел, ә уға яҡын урынлашҡан ауылдарҙан да алты меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. Хәҙер халыҡтың тағы ла уңайлыраҡ һәм барлыҡ санитар нормаларына тап килгән шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге тыуҙы.
Дыуан ауылында тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһы булған модулле участка дауаханаһын төҙөү “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына — 100 объект” республика программаһы объекттары исемлегенә ингән.
Дөйөм майҙаны 252 кв.м булған дауахананы төҙөү һәм кәрәкле ҡорамалдар алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум тотонолған. Участка дауаханаһында көндөҙгө стационар, тиҙ ярҙам бүлмәһе, терапевт, педиатр, стоматолог кабинеттары һәм башҡалар бар. Анализдар тапшырырға, прививка яһатырға мөмкин. Пункт Дыуан, Өлкөндө, Ҡалмаш, Суртан, Октябрьский, Ләмәҙ ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.
Алдағы ике йылда райондың башҡа ауылдарында ла ете модулле ФАП һәм өс дауалау амбулаторийҙарын асыу күҙаллана.
Л. Ғабдуллина. Дыуан районы.
Читайте нас: