Өфөлә Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар донъя күрҙе. “Беҙҙең өйҙөң йәме” тип аталған диск бөйөк шағир, прозаик һәм драматургтың 100 йыллығына Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты аҡсаһына сығарылды.
Идея авторы һәм проект етәксеһе — Милли йәштәр театры директоры, танылған актер һәм режиссер Азат Йыһаншин. Дискка “Әлфиә хикәйәләре” циклына берләштерелгән “Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?”, “Сыйырсыҡ балаһы”, “Ҡайын урманында”, “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” ҡыҫҡа хикәйәләре һәм “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы тупланған. Хронометраж өс сәғәт тәшкил итә. Илгиз Кәримов тәржемәһендәге тексты Башҡортостандың халыҡ артисы, Йәштәр театры актеры Марат Ҡорбанғәлиев уҡый.