Эйлестан
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2018, 11:07

Ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә килеме түбән булған ғаиләләрҙән әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Икенсе балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаиләләр генә ошондай ярҙамға иҫәп тота ала.

Башҡортостанда Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә килеме түбән булған ғаиләләрҙән әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Икенсе балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаиләләр генә ошондай ярҙамға иҫәп тота ала.
Әсә кеше бер юлы ике ғариза тапшыра: сертификатҡа һәм түләү билдәләүгә. Ата-әсәләргә балаға СНИЛС алыуға ла ғариза бирергә мөмкин, тип хәбәр ителә Рәсәй Пенсия фонды сайтында.
Ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмаған ғаиләләрҙең түләү алыуға хоҡуғы бар. Түләүҙең күләме һәр төбәктә 2017 йылдың II кварталы өсөн субъектта билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Башҡортостанда сумма 8892 һум тәшкил итә. Был — уҙған йылдың II кварталы өсөн балаға тәғәйенләнгән йәшәү минимумы күләме. Түләүгә ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһына 14 247 һумдан кәмерәк булған ғаиләләр дәғүә итә ала. Был — республикала 2017 йылдың II кварталы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәле. Мәҫәлән, дүрт кешелек ғаиләгә дөйөм килем 56 988 һумдан аҙыраҡ булырға тейеш.
Ғаиләнең дөйөм килемен иҫәпләгәндә хеҙмәт хаҡы, премия, пенсия, социаль пособие, стипендия, төрлө компенсация һәм алимент иҫәпкә алына. Түләүгә хоҡуғы бармы-юҡмы икәнлеген аңлау өсөн ғаиләнең һуңғы 12 айҙағы килеменең дөйөм суммаһын 12-гә бүлергә, һуңынан уны ғаилә ағзалары һанына, икенсе бала ла иҫәпкә алына, бүлергә кәрәк. Әгәр килеп сыҡҡан һан ғаилә йәшәгән төбәктә эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән кәм булһа, Пенсия фондына барып, айлыҡ түләүгә ғариза яҙырға мөмкин.
Пенсия фондына ғаризаны ҡарауға бер ай һәм һеҙҙең иҫәпкә аҡса күсереүгә тағы 10 көн бирелә.
Балалар тулыһынса дәүләт тәьминәтендә йәшәһә, ғаиләнең килеме хаҡында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр тапшырылһа, шулай уҡ ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән граждандарға айлыҡ түләү тәғәйенләнмәй.
Айлыҡ түләү билдәләүгә ғаризаны икенсе бала тыуғандан алып йыл ярым эсендә бирергә була. Әгәр тәүге алты айҙа мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләү бала тыуған көндән алып билдәләнә, йәғни мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге айҙар өсөн дә аҡса түләнә. Алты айҙан һуң мөрәжәғәт иткән осраҡта, түләү ғариза тапшырған көндән тәғәйенләнә.
Читайте нас: