Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2018, 12:02

Әҙәби бәйге

Башҡортостанда Мостай Кәрим исемендәге конкурс иғлан ителде. Конкурс ике күркәм ваҡиғаға: республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.

Башҡортостанда Мостай Кәрим исемендәге конкурс иғлан ителде. Конкурс ике күркәм ваҡиғаға: республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.
Конкурсҡа ирекле темаға күләме 10 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) башҡорт телендә яҙылған проза әҫәрҙәр ҡабул ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Компьютерҙа йыйылған эштәр Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 8-се ҡат адресы йәки “Йәшлек” гәзитенең электрон почтаһына ([email protected]) “конкурсҡа” тигән тамға менән ҡабул ителә.
Алдан конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм төрлө баҫмала донъя күргән әҫәрҙәр ҡаралмай. Хикәйәләр 2018 йылдың 10 ғинуарынан 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
– Әҙәби бәйге ике этапта үтә. Килгән хикәйәләрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Улар араһынан күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Төп бүләк – 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге лә ҡаралған, — ти конкурстың кураторы Гөлнур Ҡыуатова.
2019 йылдың октябрь айында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Шулай уҡ юғары баһа алған 10 – 15 әҫәр “Китап” нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сығасаҡ. Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй.
Конкурстың положениеһы менән “Йәшлек” гәзитенең рәсми сайтында һәм “Бәйләнештә” төркөмөндә танышырға мөмкин.
Читайте нас: