2018 йылда 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1997 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары диспансеризация үтә ала.
Был процедураны үтеү өсөн ҡулда мотлаҡ медицина страховкаһы (ОМС), паспорт, хәүеф факторҙарын һәм хроник сирҙәрҙе анығыраҡ асыҡларға ярҙам итәсәк анкета булырға тейеш. Шунан һуң даими йәшәгән урындағы йәки беркетелгән поликлиникалағы терапевҡа инеү кәрәк, ул анализдарға йүнәлтмә бирә. Дөйөм анализдарҙы тапшырғас, һеҙҙе ЭКГ һәм флюорография йәки үпкәгә рентген көтә (рентгенды, ғәҙәттә, ҡурылдай быумаһы менән сирләгәндәргә билдәләйҙәр). Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологка күренеү ҙә мотлаҡ. 35 йәштән уҙған пациенттарға окулист, ирҙәргә – уролог, ҡатындарға маммолог менән кәңәшләшеү, эске ағзаларға УЗИ үтеү зарур