Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2018, 11:45

Мәргән уҡсылар түңәрәге

Һуңғы арала спорт төрө булараҡ уҡтан атыу популярлаша бара. Халыҡ-ара, республика, төбәк кимәлендә мәргәнлек ярыштары үткәрелә. Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалында уҡ менән йәйәләр һатып алыныуы ла быға асыҡ миҫал. Киләсәктә бында уҡтан атыу түңәрәген булдырырға ниәтләйҙәр.

Һуңғы арала спорт төрө булараҡ уҡтан атыу популярлаша бара. Халыҡ-ара, республика, төбәк кимәлендә мәргәнлек ярыштары үткәрелә. Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалында уҡ менән йәйәләр һатып алыныуы ла быға асыҡ миҫал. Киләсәктә бында уҡтан атыу түңәрәген булдырырға ниәтләйҙәр.
– Быйыл районда “Ҡыйғыр быуыны” йәштәр форумы үтте. Унда беҙ 2-се курс студенты Денис Чебаев менән “Мәргән уҡсы” проектын әҙерләнек. Денис һайлап алыу турын уҙып Өфөлә үткән “Смарт-тау” төбәк йәштәр форумында ҡатнашты. Проект Волга буйы федераль округына саҡырыу алды, – тип һөйләп үтте башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе Таңһылыу Рамазан ҡыҙы.
Ошо уңыштарға дәртләнеп, колледж етәкселеге бында ғына туҡтап ҡалмай, “Мәргән уҡсы” проектын тормошҡа ашырырға була һәм дүрт уҡ һатып ала.
Күптән түгел уҡыу йорто филиалдарының студенттары араһында “Кондитерлыҡ эше” мини-чемпионаты үтте. Сара сиктәрендә филиал етәкселәре тәү тапҡыр уҡ атыуҙа көстәрен һынаны. Артабан бындай ярыш колледж студенттары араһында үткәрелде. Ғинуар айында мәргәнлек бәйгеһен район кимәлендә үткәреү планлаштырыла.
– Гер күтәреү, армспорт буйынса колледжда спортсыларыбыҙ етерлек. Гел призлы урындар алып торалар. Егеттәр уҡ атыу менән дә шөғөлләнергә теләк белдерә. Денис Чебаев, мәҫәлән, яҡшы спортсы, уҡтан атыу менән дә шөғөлләнә башланы. Проектыбыҙҙың девизы: “Ятып ҡалғансы, атып ҡал”, – ти Таңһылыу Сәхәүетдинова.
Афарин, ҡыйғылар! Атабабаларыбыҙҙан ҡалған боронғо шөғөлгә йәштәрҙе тағы ла күпләп йәлеп итеп, ил һәм донъя кимәлендә уҙғарылған фестивалдәрҙә еңеүҙәр яуларһығыҙ, тип ышанабыҙ.
Р. Иштуғанова.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: