Эйлестан
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2018, 11:56

“Моңдай урғылып үтә көндәрем”

Борон-борондан халыҡ йондоҙҙарға ҡарап юл тотҡан. Был тормошта ла үҙеңә юл күрһәтеүсе йондоҙоңдо табыу мөһим. Гөлира Әбделмәнова үҙ йондоҙон тапҡан. Ул – тәрбиәсе. Уның яратҡан эшендә генә түгел, ә ғаиләһендә лә йондоҙ булып балҡыуына бер һоҡланаһың, бер ғәжәпләнәһең.

Борон-борондан халыҡ йондоҙҙарға ҡарап юл тотҡан. Был тормошта ла үҙеңә юл күрһәтеүсе йондоҙоңдо табыу мөһим. Гөлира Әбделмәнова үҙ йондоҙон тапҡан. Ул – тәрбиәсе. Уның яратҡан эшендә генә түгел, ә ғаиләһендә лә йондоҙ булып балҡыуына бер һоҡланаһың, бер ғәжәпләнәһең.
1964 йылдың көҙ миҙгелендә Туҡ- бай ауылында йәшәүсе Фәрзәнә һәм Миндебай Закировтарҙың ғаиләһендә Гөлира исемле ҡыҙ донъяға ауаз һала. Бәләкәйҙән үк тырыш, уңған, маҡсатына ирешеүсән булып үҫкән ҡыҙҙы 1987 йылда яҙмыш елдәре Яуыш ауылы егете Фәғил Әбделмәнов менән осраштыра. Йәштәр бербереһен яратышып матур донъя ҡоралар. Бына инде 30 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Гөлира Миндебай ҡыҙы уңған хужабикә, иптәшенә ныҡлы таяныс, балалары Регинаға, Фәйләгә, Фаилға өлгөлө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған өләсәй.
Ғаилә – изге төшөнсә һәм һәр кем уны үҙенсә аңлай, һөйә, ғорурлана. ”Ғаиләлә тыныслыҡ, тормош иптәшеңдең һәм балаларыңдың күңеле түңәрәк булһын өсөн нимә кәрәк?” - тигән һорауыма, әңгәмәсем бер һүҙ менән яуап бирҙе: сабырлыҡ.
Гөлира Миндебай ҡыҙында ысын педагогҡа хас бөтә сифаттар ҙа бар: талант, күңел йылыһы,сабырлыҡ, һөйкөмлөлөк, уяулыҡ һәм бөтмәҫ энергия. Һәр саҡ асыҡ, йылы ҡараш- лы, урынлы кәңәштәре менән ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған тәрбиәсене балалар ҙа, коллегалары ла, ата- әсәләр ҙә берҙәй хөрмәт итәләр. Һәр баланың күңеленә асҡыс табып үҙе артынан эйәртә белә 27 йыл ғүмерен меңәрләгән кескәйҙәрҙе әсәләрҙәй тәрбиәләүгә бағышлаған педагог.
Хеҙмәт юлын Яңы Яуыш ауылының “Айгөл” балалар баҡсаһында 1990 йылда тәрбиәсе булып башлай Гөлира Миндебай ҡыҙы. 2000 йылда уны балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙ белемен арттырыу, эш алымдарын камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй ул. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай.
Гөлира апай яратҡан эшенә бар күңелен бирә, үҙе эргәһендә тик йылы мөхит тыуҙыра. “Беҙҙең баҡсаға аҡыллы, тәрбиәле, шәп кескәйҙәр йөрөгәнгә, янымда беҙ бергә, тип ынтылып торған, бер-беребеҙҙе бер ҡараштан аңлап эшләгән дуҫ, татыу коллективым булғанға бик шатмын һәм уларға ҙур рәхмәтлемен. Улар менән көндәрем моңдай урғылып үтә”, – ти Гөлира апай.
Балалар баҡсаһы ихатаһына килеп инеүселәрҙе күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр ҡаршы ала. Тирә- яҡтағы тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана. Был татыу, уңған коллективтың тырышлығы һөҙөмтәһе.
Гөлира апай намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы исемдәренә лайыҡ булған. Уның фотоһы райондың Почет таҡтаһына ла ҡуйылды.
“Айгөл” балалар баҡсаһында эшләүсе коллективҡа яңынан-яңы уңыштар, дәрт-дарман теләйем. Беҙҙең балаларыбыҙға белем, тәрбиә биргәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Регина Әхмәтйәнова, ата-әсәләр комитеты ағзаһы. Мәсетле районы, Иҫке Мишәр ауылы.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: