Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2018, 11:32

Спорт министры Ҡыйғыла

6 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта эш сәфәре менән Ҡыйғы районында булып китте.

6 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта эш сәфәре менән Ҡыйғы районында булып китте.
Визит барышында Андрей Иванович район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов менән Үрге Ҡыйғы лицейының спорт залында барған төҙөлөш эштәрен ҡараны. Әйткәндәй, уҡыусылар һанына ҡарағанда, лицей белем биреү учреждениелары араһында иң ҙуры һанала. Әммә уҡытыу процесы бер сменаға күсерелгәс, спорт залында физкультура дәрестәрен уҙғарыу байтаҡ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Дәрестәрҙе берләштерергә йәки спорт мәктәбендә уҙғарырға тура килә.
Артабан А. Иванюта әлеге мәлдә республикала сәләмәтлек һәм спорт декадаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” социаль проекты ҡатнашыусыларын, шулай уҡ Ҡыйғы һәм Салауат райондарының үҫмерҙәр хоккей командалары араһында уҙғарылғын матчты барып күрҙе.
Л. Ғабдуллина.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: