Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2018, 00:45

Бүреләр ҡурҡыныс янай

Ошо көндәрҙә Интернет селтәрендә Ҡыйғы районының Ибрай һәм Иҫке Мөхәмәт ауылдары янында өйөрө менән бүреләр йөрөүе тураһында шомло хәбәрҙәр таралды. Ошо хәлгә комментарий биреүен һорап беҙ Ҡыйғы районы Ибрай ауыл Советы башлығы Юрик Мөлөковҡа мөрәжәғәт иттек.

Ошо көндәрҙә Интернет селтәрендә Ҡыйғы районының Ибрай һәм Иҫке Мөхәмәт ауылдары янында өйөрө менән бүреләр йөрөүе тураһында шомло хәбәрҙәр таралды. Ошо хәлгә комментарий биреүен һорап беҙ Ҡыйғы районы Ибрай ауыл Советы башлығы Юрик Мөлөковҡа мөрәжәғәт иттек.
– Эйе, 15 ғинуарҙа киске сәғәт ете тирәһендә миңә Ибрай ауылы кешеһе Ә. Низамов шылтыратып, үҙенең йорто янында 6-7 бүренән торған өйөр йөрөүе һәм этенә ташланып, уны алып китеүҙәре хаҡында хәбәр итте. Низамовтың һүҙҙәренсә, бүреләр уның күршеһенең этенә лә ташланмаҡсы була, әммә уларҙы ҡыуып ебәреп, этте алып ҡалалар, – ти Юрик Сәйфетдин улы.
Ауылға ҡурҡыныс янауын аңлаған башлыҡ тиҙ генә “БР-ҙың һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ҡыйғы районы бүлексәһе рәйесе Артур Йәнгировҡа (һүрәттә) шылтырата. Йүкәлекүл ауылында урынлашҡан “Әй” АХПК- һы етәкселеген малдарына күҙҡолаҡ булыуҙары тураһында иҫкәртә.
16 ғинуарҙа район һунарсыларының оператив эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бер бүре атып алына, береһен яралайҙар, әммә ул башҡалары менән бергә ҡасып ҡотола. Ауыл халҡы, малтыуар ҡаза күреп өлгөрмәй.
Бүреләрҙең ауылға ни өсөн яҡынлауы, ҡайҙан килеп сығыуҙары һәм ҡайһы тарафҡа юлланыуы билдәле түгел. Шуға күрә Ҡыйғы районы халҡын ғына түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәрҙе лә уяу булырға сыҡырабыҙ. Бәләнең ҡайҙан килеп сығырын кем белә?
Л. Ғабдуллина.
Ҡыйғы районы
Читайте нас: