Күптән түгел Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле һәм Ғүмәр ауылдарын бына инде алты йыл тоташтырып торған күпер төҙөкләндерелде.
Был күпер район халҡының дауаханаға йәки башҡа йомош менән йөрөгән юлдарын күпкә ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә. Нисәмә йылдар Ғүмәр ауылы, Яңы Мишәр ауыл советы һәм күрше район халҡы еңел машиналарында ошо күпер аша йөрөй. Күпергә яңы өйләнешкән парҙарҙың йоҙаҡтар элеп, асҡысын һыуға ырғытыуы ла матур йолаға әүерелде.
Ремонт “Новатор” ЯСЙ- һы етәксеһе Фәнил Дәүләтшин етәкселегендә алып барылды. Эштәрҙе Дыуан- Мәсетле ауылы старостаһы Руслан Ахуновтың Данис Аллаяров, Айгиз Исмәғилов, Артур Яшпаев составындағы эш бригадаһы башҡарҙы. Әлегә иретеп йәбештереү эштәре башҡарылһа, йәйгелеккә күперҙе буяу планлаштырыла.
Аҫмалы күпер аша ауыр тонналы йөк машиналары үтергә тейеш түгел, әммә сикләүҙе боҙоусылар ҙа табыла. Шулай уҡ машина ағымы күп булыу сәбәпле, ваҡыт үтеү менән күпергә ремонт талап ителә. Етмәһә йәш йөрәктәр беркеткән йоҙаҡтарҙы ватып алыу, күперҙең зауыҡлы итеп биҙәлгән, япма менән ҡапланған элементтарын ватыу осраҡтары ла күҙәтелә. Ҡасандыр һыу кисеп, йә булмаһа урап йөрөүҙәр онотолған күрәһең.
Ауылдаштар, әйҙәгеҙ, үҙебеҙ эскән һыуға үҙебеҙ төкөрмәйек, тирә-яҡта беҙҙең өсөн булдырылған уңайлыҡтарға һаҡсыл була- йыҡ.