Ильяс Байдәүләтов - 2018 йылда Салауат районында тыуған тәүге сабый. Бәпес Дыуан районы Мәсәғүт ауылының перинаталь үҙәгендә 1 ғинуарҙа 16:50 сәғәттә донъяға килгән. Ауырлығы 3070 килограмм, буйы 50 сантиметр булып тыуған Ильяс ғаиләлә беренсе бала. Әлеге ваҡытта йәш әсә лә, малай ҙа үҙен яҡшы тоя.
2016 йылда ғына ғаилә ҡороусы Азат һәм Рита әлегә ата-әсәләре менән Йонос ауылында йәшәй. Азат Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй, Рита Башҡорт дәүләт университетының юиридик факультетын тамамлаған. Йәштәр киләсәктә ауылда йорт һалырға хыяллана. Ихлас, татыу мөләйем парҙың был хыялы тормошҡа ашырына шик юҡ.
Тәүге бала тыуыу тулҡынландырғыс, ҙур әһәмиәтле ваҡиға. Ата-әсә хәҙер үҙен генә түгел, кескәйҙе лә ҡайғыртырға тейеш. Байдәүләтовтарға һау-сәләмәт, зирәк, үҙ иленә файҙалы шәхес тәрбиәләүҙәрен теләп ҡала- быҙ. Улығыҙ бар башланғыстарында ла шулай беренсе булып ҡалһын.