Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2018, 10:51

Йәш белгестәргә ярҙам

Башҡортостанда аграр йүнәлештәге уҡыу йорттарын тамамлап ауыл еренә эшкә ҡайтыусылар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты.

Башҡортостанда аграр йүнәлештәге уҡыу йорттарын тамамлап ауыл еренә эшкә ҡайтыусылар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты.
Мәҫәлән, юғары һөнәри белем алыусыларға – 500 мең, профессиональ белем биреү учреждениеһын тамамлағандарға 300 мең һумға тиклем дәүләт ярҙамы түләү ҡаралған.
Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, аграр сәнәғәт комплексы өлкәһендәге эштең абруйын күтәреү, йәш белгестәргә ярҙам итеү мәсьәләләре бөгөн өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе булып тора.
Бөгөнгә Башҡортостандың аграр тармағына 2 мең 300-ләп белгес талап ителә. Хужалыҡтарға агроном, ветеринар, зоотехник, бухгалтерҙар, шулай уҡ механизатор, комбайнсы, һауынсы, баҡсасылар кәрәк
Читайте нас: