Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2018, 00:43

Юбилейың менән, яҙыусы!

Ошо көндәрҙә Мәсетле районы Йонос ауылы мәҙәниәт йортонда Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы, педагог Тәскирә Даянованың 70 йәшлек юбилейына бағышланған кисә үтте. Сараны ауыл китапханасыһы Нәсимә Лотфуллина ойошторҙо һәм алып барҙы.

Кисә барышында Тәскирә Байрам ҡыҙына изге теләктәр, йылы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Район хакимиәте исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен йәштәр бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев әйтеп үтте. Юбилярҙы китапхана селтәре директо- ры Светлана Ғәлимова, Йонос ауыл советы башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин, ауыл мәктәбе уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары, яҙыусының балалары, туғандары һәм башҡалар ҡотланы. Район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары сараны йәмләне.
Тәскирә Байрам ҡыҙын беҙ ҙә матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм бәхет, ныҡлы һаулыҡ, әле тағы күп йылдар илһамланып ижад итеүен теләйбеҙ.
Р. Әлимбаева. Мәсетле районы. Фото Т. Даянованың шәхси архивынан.
Читайте нас: