2017 йылда Иҫке Хәлил ауылы халҡы “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып балалар баҡсаһын асырға ҡарар итә. Ауыл активистары, инициатив төркөм тырышлығы менән хәлилдәр был проектта еңеп сыға һәм оло эшкә тотона. Дөйөм проекттың суммаһы 1 млн 424 мең һум тәшкил итә, шуның 1 млн һумын дәүләт субсидиялаһа, 150 меңен урындағы етәкселек бүлә. Шулай уҡ ауыл халҡы 174 мең һум йыйған, 10 мең менән бағымсылар ярҙам иткән.