Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2018, 11:43

Президенттың эш сәфәре

24 ғинуарҙа Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин килде. Баш ҡала аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

24 ғинуарҙа Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин килде. Баш ҡала аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Ил етәксеһенең Башҡортостан Башлығы менән эшлекле осрашыуында төбәктең социалиҡтисади үҫеше өсөн көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
– Беҙ 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡ- тыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты.
Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын хәбәр итте.
Осрашыу барышында нефть-химия комплексын үҫтереүҙең төрлө аспекттары ла тикшерелде.Төбәк етәксеһе республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләрҙә ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Президент “Берләшкән двигателдәр корпорацияһы – Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе” акционерҙар йәмғиәтендә булды. Унда оборонасәнәғәт комплексы ойошмалары тарафынан граждандар өсөн юғары технологиялы продукция етештереүҙе артты- рыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Владимир Путин кәңәшмәлә белдереүенсә, Рәсәйҙә оборона-сәнәғәт предприятиелары халыҡ хужалығы тауарҙары етештереүгә күсергә тейеш. Илдәге ҡайһы бер оборона-сәнәғәт ойошмалары был эшкә тотонған да инде. Мәҫәлән,
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә яғыулыу-энергетика комплексы өсөн газ турбиналары сығарыла, шулай уҡ граждандар авиация өсөн двигателдәр етештерелә. Ил етәксеһе әйтеүенсә, 2030 йылға оборонасәнәғәт предприятиеларында сығарылған тауарҙың яртыһы халыҡ хужалығы өсөн тәғәйен булырға тейеш. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшселәре менән осрашыуҙа Президентҡа ипотека буйынса һорау бирелде. Владимир Путин белдереүенсә, ипотека ставкалары иҡтисад нығынған һайын түбәнәйә бара. “Ипотека буйынса айырым программалар ҙа бар. Мәҫәлән, икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн 6 процентлыҡ ставка менән торлаҡ кредиты ҡаралған”, – тине Владимир Путин. Президент Башҡортостан етәкселегенең дә беренсе бала өсөн 300 мең һум түләү тураһында башланғысын мөһим тип баһаланы.
Эш сәфәре барышында Владимир Путин Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Дәүләт етәксеһе баш ҡалаһының Беренсе йәмиғ мәсетендә булды. 1830 йылда төҙөлгән иман йорто 1960-1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһында эшләп килгән берҙән-бер мәсет иҫәпләнгән. В. Путин Башҡортостанда мәсеттәр һаны артыуын һәм дини белгестәр әҙерләү эшен ыңғай баһаланы.
“Башинформ”.
Читайте нас: