Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2018, 11:03

100 йыллыҡҡа – 100 объект

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына социаль төҙөлөш объекттарының дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашып китәсәк. Был турала ТАСС агентлығына интервьюла республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына социаль төҙөлөш объекттарының дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашып китәсәк. Был турала ТАСС агентлығына интервьюла республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, улар араһында онкология диспансерында палаталар корпусы, “Өфө” халыҡ-ара аэропортындағы яңы терминал, бер нисә балалар поликлиникаһы, яңы күперҙәр, юлдар, юл сиселештәре кеүек мөһим, күп миллионлы объекттар ҙа бар.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, объекттар һаны 100-ҙән күберәк буласаҡ. Уларҙы төҙөү- гә 40 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Бөгөн республикала бер төркөм дауаханалар, мәктәптәр, инфраструктуралар етмәй. Бөтә был йүнәлештәр “юбилей” проектына инәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ 2016 йылдың 17 июлендә үҙ көсөнә инде.
Шунда уҡ республика башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 яңы объект” тигән ҙур акция уҙғарыу башланғысы менән сығыш яһаны.
Читайте нас: