2017 йылда Башҡортостанда 27 931 пар өйләнешкән. 2016 йылда республикала күпкә кәмерәк – 25 323 ғаилә барлыҡҡа килгән, айырма 2,5 меңдән ашыу.
Күп кенә өйләнгәндәр никахтарын теркәү өсөн “матур” дата һайлаған. Былтыр 07.07.2017 шундайҙарҙан булды – был көндө республиканың ЗАГС бүлектәрендә 796, шул иҫәптән Өфөлә 212 ғаилә теркәлгән. 8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала – 410, шул иҫәптән баш ҡалала 151 йәш пар мөнәсәбәтен законлаштырған.
Ир-егеттәр һәм ҡатын- ҡыҙҙар араһында 25-34 йәштәр әүҙем өйләнеү һәм кейәүгә сығыу осоро булып иҫәпләнә. Әммә ғәҙәттәгенән айырмалы осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, мөнәсәбәттәрен теркәргә ҡарар иткән иң оло пар – Әбйәлил районынан 93 йәшлек кейәү менән 78 йәшлек кәләш.
Былтыр республикала 15 568 ғаилә тарҡалған. 2016 йылда 78-гә күберәк – 15 646 ғаилә айырылышҡан. Айырылышыу осраҡтары тәүге биш йыл тормош көткән ғаиләләр араһында йышыраҡ күҙәтелә. Иң оло айырылышҡандарҙың иренә - 91, ҡатынына 82 йәш