Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2018, 11:00

“Етегән-2018”

Башҡортостанда “Етегән-2018” асыҡ республика конкурсы башланды. Ул төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов иғлан иткән Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған “Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы” республика башҡорт байрамы нигеҙендә үткәрелә.

Башҡортостанда “Етегән-2018” асыҡ республика конкурсы башланды. Ул төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов иғлан иткән Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған “Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы” республика башҡорт байрамы нигеҙендә үткәрелә.
Сара 12 ғинуарҙан 25 февралгә ҡәҙәр дауам итә. Эштәрҙе 20 февралгә тиклем ҡатнашыусының ғаризаһы менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Бәйгенең финалы Өфөлә 1 мартта ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурста түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
- башҡорт телендә мөхәббәт тураһында шиғырҙы иң яҡшы башҡарыу
- башҡорт телендәге мөхәббәт тураһындағы йырҙы иң яҡшы башҡарыу
- иң яҡшы парлы бейеү
- башҡорт телендәге мөхәббәт тураһындағы иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ)
- башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар
- мөхәббәт темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр - башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында “Етегән-2018” байрамына иң яҡшы флешмоб.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу ҡаралған.
Байрам 2016 йылдан башлап яҙҙың тәүге көнөндә үткәрелә. Конкурсты ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы.
Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте конкурстың рәсми сәхи- фәһенән алырға мөмкин.
Читайте нас: