Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар 2018, 13:26

Башҡортостанда студенттар тороу урыны буйынса тауыш бирә ала

2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашасаҡ байтаҡ һайлаусылар – 18 йәштәге һәм унан олораҡ йәш кешеләр. Уларҙың күбеһе ҡалаларҙа белем ала, шуға теркәлеү урыны буйынса тауыш бирә алмаясаҡ.

Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, студенттар өсөн анимация ролигы әҙерләнгән. Инфографика элементтары менән заманса клипта 2018 йылдың 18 мартында һайлауҙарҙа тороу урыны буйынса нисек тауыш биреү мөмкинлеге һөйләнелә.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәге белгестәре 8-800-707-2018 телефоны буйынса бөтә һорауҙарға яуап бирергә әҙер.
Читайте нас: