Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2018, 12:35

Ғаилә – туған тел һаҡсыһы

1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Шуға бәйле “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” асыҡ республика конкурс-фестивале уҙғарыла

1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Шуға бәйле “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” асыҡ республика конкурс-фестивале уҙғарыла
Ғаилә йылына арналған фестивалдә бер нисә интернет-конкурс иғлан ителгән. “Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла” конкурсында ҡатнашыусылар ғаилә архивында һаҡланған фотоһүрәттәр, шуға өҫтәп, ғаилә ағзалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәр хаҡында ҡыҙыҡлы хикәйәләр ебәрә ала.
“Милли мираҫҡа тоғролоҡ” конкурсы видеороликтар төшөрөүҙе күҙ уңында тота. Башҡорт телен пропагандалаған флешмобтар һәм ошо тема буйынса башҡа акциялар тураһында видео- яҙмалар ҡабул ителә. Шулай уҡ ғаилә менән милли байрамдарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуҙы төшөрөп ебәрергә мөмкин.
“Өләсәйемдән отоп алдым” конкурсында 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Улар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар башҡарырға тейеш.
Конкурстарҙа балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала.
Интернет-конкурстарға йомғаҡ 1 мартта Өфөлә фестивалдең йомғаҡлау кисәһендә яһала. Интернет-конкурстар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә (https:/ /vk.com/ik_vkb) һәм “1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө” тип махсус асылған биттә (https:/ /vk.com/bash_gaile) бара.
Читайте нас: