Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2018, 12:43

Әҙерлек тейешле кимәлдә

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан биләмәһендәге һайлауҙы 69 территориаль һайлау участкаһы тәьмин итәсәк, тауыш биреү өсөн 3435 һайлау участкаһы, шулай уҡ халыҡтың ваҡытлыса килеү урындарында 37 участка ойоштороласаҡ.

Президент һайлауында тауыштарҙы иҫәпләүҙә заманса ҡорамалдар ҡулланыласаҡ. 181 һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (“КОИБ-2010”) ҡуйылһа, Өфөлә иһә уның камиллаштырылған алмашы – “КОИБ-2017” урынлаш- тырыласаҡ. Һуңынан был комплекстар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлағанда ла ҡулланыласаҡ. Мартта үтәсәк һайлау шуныһы менән дә үҙенсәлекле: тәүге тапҡыр машина уҡый алған кодлы протоколдар файҙаланыласаҡ.
Әлеге ваҡытта һайлаусылар исемлегендә 3 068 066 кеше иҫәпләнһә, уларҙың 52 меңе тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Әйткәндәй, исемлек өҫтөндә эшләү дауам итә һәм бер аҙ үҙгәрештәр буласаҡ, ти белгестәр.
Ил яҙмышын хәл иткән сарала халыҡ әүҙем ҡатнашһын өсөн, ойоштороусылар агитацияға ҙур иғтибар бирмәксе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселәре, һайлау асыҡ һәм ғәҙел үтеүен тәьмин итеү өсөн бөтә саралар ҙа күреләсәк, тип белдерә. Ошо маҡсатта һайлау барышын онлайн тәртибендә күҙәтеп барыу мөмкинлеге булдырылған.
Читайте нас: