Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2018, 10:59

Блокада һәм бер телем икмәк…

“2016 – 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы гражданда- рын патриотик тәрбиәләү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 26 ғинуарҙа Мәсәғүт ауылында “Блокада икмәге” республика аҡцияһы уҙҙы. Көндөң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, Еңеү паркында уҙған сараға байтаҡ халыҡ йыйылғайны.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Кинйәбулатов, тарихитыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Л. Морозова, Дыуан районы “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды етәксеһе М. Чигвинцевтың сығышынан һуң акцияны ойоштороусы “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары йыйылыусыларға Ленинград блокадаһы тарихын һөйләне. Ул ваҡытта 125-әр грамлап ҡына таратылған икмәктең рецебы яҙылған плакаттар ҙа әҙерләнгәйне. Акция һуңында килгән һәр кеше шартлы рәүештә “блокада икмәге”н тәмләп ҡарай алды.
Дөйөм республика буйынса уҙған был сара 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһын өҙөүгә бағышлана. Тарихи акцияла мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, эҙәрмәндәр отрядтары, хәрби-патриотик клубтар, ветерандар ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Ул тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшкә, йәштәрҙе Бөйөк Ватан һуғышының төп этаптары менән таныштырыуға, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.
Дыуан районында уҙған сараны район хакимиәте, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ветерандар Советы, йәштәр үҙәге, “Бергә” республика ирекмәндәре хәрәкәтенең район бүлексәһе ойошторҙо.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: