Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2018, 11:13

Оҫталыҡ бәйгеһе иң-иңдәрҙе асыҡланы

30 ғинуарҙа Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейында “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсының район этабының финалы үтте.

30 ғинуарҙа Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейында “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсының район этабының финалы үтте.
Конкурстың беренсе этабында ҡатнашҡан ун дүрт уҡытыусы Башҡорт гимназияһында һәм 1-се лицейҙа таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрес үткәрҙе. Иң күп мәрәй йыйыусы ете педагог финалға сыҡты.
Сара барышында район мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов билдәләүенсә, педагогик оҫталыҡ конкурстары иң яҡшыларҙы асыҡлау һәм яҡлау өсөн генә түгел, ә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында ла үткәрелә.
Бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусылар “Мин – уҡытыусы” визит карточкаһы, “Оҫталыҡ дәресе”, “Мәғариф проекты” конкурстарында ошо һөнәрҙе һайлауҙарының мотивын, үҙҙәренең педагогик принциптарын сағылдырҙы, тәжрибәһен күрһәтте. Һәр конкурсант үҙ фәнен үҙенсәлекле һәм йөкмәткеле итеп тәҡдим итте, һөнәри һәм шәхси сифаттарын асып бирҙе.
Жюри ағзалары һөҙөмтәләрҙе барлағансы Йонос урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Рәғиҙә Солтанова, Яңы Мишәр ауылы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Айгөл Исмәғилова, Һөләймән ауылы егете Мәскәү әҙәбиәт институты студенты Салауат Зәйнетдинов сығыш яһаны.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Закирйәнова (һүрәттә) еңеү яуланы. Әләгәҙ ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Лариса Ғәләүва, Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Миндибаева һәм тарих, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Светлана Рәхимова, Оло Аҡа ауылы мәктәбенең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Радис Әхмәтханов, Әжекәй ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Мөжипова конкурс призерҙары булды.
Еңеүселәр район мәғариф бүлеге, профсоюз ойошмаһы дипломдары һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Гөлнара Закирйәнова иһә район намыҫын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: