Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2018, 11:03

Һөйөнсө, бәпәй ҡайтты!

Ҡатын-ҡыҙ өсөн яңы тыуған сабыйын күкрәгенә алыуҙан, уның кескәй ҡулдарының йомшаҡлығын тойоуҙан да рәхәтерәк, татлыраҡ нимә бар микән?.. Кемгәлер үҙ ғүмерендә бары бер тапҡыр ғына әсә булырға яҙһа, ҡайһы берҙәрҙең яҙмышында бындай бәхет бер нисә мәртәбә ҡабатлана.

Ошо көндәрҙә Түбәнге Ҡыйғы ауылында 2018 йылда районда беренсе булып тыуған баланы ҡотланылар. Елена һәм Азамат Аҙнабаевтар ғаиләһендә 4 ғинуарҙа ысын мәғәнәһендә баһадир малай – Алмаз яҡты донъяға ауаз һала. Бәхетле атай-әсәйҙе оло ҡыуаныстары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Сафин, ЗАГС бүлеге начальнигы Флорида Мөхәмәтдинова, Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе башлығы Петр Руднев килде. Улар Аҙнабаевтар ғаиләһенә изге теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Бынан тыш күп балалы ғаиләгә тейешле ташламалар, льготалар һәм бала тыуыу уңайынан тейешле булған түләүҙәр хаҡында мәғлүмәт бирелде.
Л. Ғабдуллина.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: