Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2018, 11:27

Ҡыйғыла – премьера!

26 ғинуарҙа Үрге Ҡыйғы район мәҙәниәт йортонда Т. Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы булды. Уны Әлфирә Фәтҡуллина етәкселегендәге Ғ. Минһажев исемен йөрөткән Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры әҙерләгән.

Спектаклдә Эльвира Тәләүғолова – Сәриә, театр ветераны, талантлы артист Марат Кирханов – Шәйхел, Роза Ғәлимова – Ямал, Роза Ҡыямова – Бибизат, Рәсүл Ҡазыханов – Әлмөхәмәт, Рәзиф Хәсәнов Ислам ролен оҫта башҡарып йөрәктәргә үтеп инерлек образдар тыуҙырҙы. Театрҙың иң йәш артисы Линария Мөхәмәтдинова ла Гөлсибәрҙең образын ихлас асып биреүгә иреште. Драмала хәҙерге заманда ауылда йәшәүсе күпселек ғаиләләрҙең төп проблемаһы – эскелек һәм боҙоҡлоҡ юлына баҫҡан яңғыҙ әсәнең ғаиләһен бәхетһеҙлеккә алып килеүе хаҡында һөйләнелә. Яҙмыштары боҙолған балаларҙың ҡайғылы тауыштары тамаша- сыларҙың йөрәгенә айырыуса үтеп инде.
Театр район буйынса үҙ гастролдәрен дауам итә. Бынан тыш ҡыйғылар күрше район тамашасыларын да үҙ сығыштары менән ҡыуандырасаҡ.
Л. Ханова.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: