Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль 2018, 11:02

Ҡултамғалар йыйыу тамамланды

31 ғинуарҙа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентына тәҡдим ителгән кандидаттар яҡлы уларҙы хуплаған һайлаусыларҙың ҡултамғаларын ҡабул итеүҙе туҡтатты. Рәсәй Президенты урынына көрәштә һигеҙ кандидат ҡалды.

31 ғинуарҙа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентына тәҡдим ителгән кандидаттар яҡлы уларҙы хуплаған һайлаусыларҙың ҡултамғаларын ҡабул итеүҙе туҡтатты. Рәсәй Президенты урынына көрәштә һигеҙ кандидат ҡалды.
– Киске сәғәт 6-ла кандидат- тарҙан ҡултамғаларҙы ҡабул итеүҙе тамамланыҡ, – тип хәбәр итте Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәйесе Элла Памфилова. – Алты кандидат ҡултамғалар алып килде, ҡалғандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «дистанциянан төшөп ҡалды» һәм был турала Үҙәк һайлау комиссияһына хәбәр итте. Тимәк, тауыш биреү өсөн бюллетендә кандидаттар иҫәбе һигеҙҙән артмаясаҡ. Әммә һайлау кампанияһында ҡатнашыусы кандидаттар һаны 10 февралдә аныҡ билдәле буласаҡ, шул ваҡытҡа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғаларҙы тикшереп бөтөргә тейеш.
Ҡултамғалар ҡабул итеүҙең һуңғы көнөндә Үҙәк һайлау комиссияһына түбәндәге дәғүәселәр үҙ файҙаһына йыйылған ҡултамғаларҙы Ксения Собчак («Гражданлыҡ инициативаһы» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы) һәм Максим Сурайкин (РӘСӘЙ КОММУНИСТАРЫ КОММУНИСТИК ПАРТИЯ) тапшырҙы.
Алдан Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына ҡултамға биттәрен Владимир Путин (үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе), Григорий Явлинский («ЯБЛОКО» Рәсәй берләшкән демократик партия»), Борис Титов («ҮҪЕШ ПАРТИЯҺЫ» ), Сергей Бабурин («РӘСӘЙ ДӨЙӨМ ХАЛЫҠ СОЮЗЫ» ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАҺЫ – СӘЙӘСИ ПАР- ТИЯҺЫ) тапшырған.
Парламент партияларынан ике кандидат – Владимир Жириновский (ЛДПР) һәм Павел Гру- динин (КПРФ) закон буйынса ҡултамға йыйыуҙан азат ителгән. Улар Рәсәй Федерацияһы Президентына теркәлгән кандидаттар булып тора.
Читайте нас: