Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2018, 10:57

Һау бул, ҡыш!

Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыуҙы хәтерләткән урыҫ халҡының көтөп алған Масленица байрамы Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында йыл һайын шау-гөр килеп үтә. Быйыл да мәҙәниәт йорто янында уҙған сараға бар ауыл халҡы йыйылды.

Мәҙәниәт йорто методистары Анжела Усманова, Ания Ғәлина һәм ауыл китап- ханасыһы Зөлфиә Сәләхова балалар һәм өлкәндәр өсөн күңелле старт үткәрҙе. Сара барышында арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү һәм башҡа күңелле халыҡ уйындары уйнатылды. Эдик Сибәғәтуллин һәм Илгиз Фәхретдиновтарҙың балаларҙы ауыл буйлап ат санаһында йөрөтөүе байрамға айырым йәм, матур кәйеф өҫтәне. Ете йәшлек Гөлдәр Ғафарова ҡунаҡтарға йыр бүләк итте.
Артабан барыһы ла сараны ойоштороусылар һәм Флорида Мөхәмәтшина бешереп килтергән тәмле ҡоймаҡтар менән самауыр сәйе эсте. Байрам ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды. Ҡарасҡы янғансы барыһы ла яҡшы теләктәрен теләне. Ауыл халҡы саранан бик ҡәнәғәт ҡалды.
З. Сәләхова, Арыҫлан ауылы китапханасыһы. Ҡыйғы районы.
Читайте нас: