Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2018, 10:42

Изге эштәргә старт бирелде

Ошо көндәрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында Ирекмән йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Сараға районда был йүнәлештә эшләп килгән барлыҡ ойошма вәкилдәре йыйылды. Ирекмәндәрҙе байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте, Йәштәр үҙәге вәкилдәре килгәйне.

Ошо көндәрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында Ирекмән йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Сараға районда был йүнәлештә эшләп килгән барлыҡ ойошма вәкилдәре йыйылды. Ирекмәндәрҙе байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте, Йәштәр үҙәге вәкилдәре килгәйне.
Хәҙерге тормошта “ирекмән” тигән һүҙҙе йыш ишетергә була. Айырыуса һуңғы ваҡытта был хәрәкәт тураһында күп һөйләнелә. Шулай ҙа кем ул волонтер? Ул үҙ теләге менән эскерһеҙ рәүештә ниндәй ҙә булһа изге эш башҡарыусы. Районда был хәрәкәттең әүҙем эшләп килеүе ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, ярҙамға мохтаж булыусыларға ҡул һуҙырға әҙер булған кешеләр йәшәй беҙҙә.
Йәштәр үҙәгенең “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе И. Шолохова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап барыһына ла ағымдағы йылда уңыштар теләне. Артабан ирекмәндәр хәрәкәттәре үҙҙәре менән таныштырҙы, башҡарған эштәре хаҡында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Сәхнәгә бербер артлы “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәтенең “Изгелек лигаһы” берләшмәһе, “Әйле илһөйәрҙәре” (РЛИ), Башҡортостан пионерҙары – “Йәйғор” ойошмаһы (Мәсәғүт гимназияһы), “Юнармия” отряды (Дыуан), “Быуын” уҡыусылар хәрәкәте (Вознесенка), “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды (Мәсәғүт), “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәтенең “Наследие” ойошмаһы (Дыуан күп профилле колледжы), “Йондоҙло” педагогик отряды (Мәсәғүт педагогия колледжы), “Жить здорово” (Мәсәғүт) һәм “Изге йөрәктәр” (Дыуан) ветерандар отрядтары күтәрелде. Дәртле музыка, сағыу номерҙар, видеороликтар сараға байрам кәйефе өҫтәне.
Йәштәр үҙәге директоры И. Мөх- йәрова Экология йылына йомғаҡ яһап, төрлө йүнәлештәге проекттар, конкурстар еңеүселәрен ҡотланы, район хакимиәте һәм Йәштәр үҙәге исеменән диплом, грамоталар, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирекмән йылы асылды, тимәк, яңынан-яңы изге эштәр ҡылырға, яңы идеяларҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырырға старт бирелде тигән һүҙ.
Л. Ғабдуллина. Дыуан районы
Читайте нас: