Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март 2018, 15:31

Афарин, Наҙгөл!

Салауат районы Янғантау ауылынан14 йәшлек Наҙгөл Отузова Беренсе каналда уҙған "Голос. Дети" Бөтә Рәсәй проектының “һуҡыр тыңлауҙар”ында уңышлы сығыш яһап креслоларҙа ултырыусы йондоҙҙарҙың өсөһөн дә шунда уҡ үҙенә боролорға мәжбүр итте.

Наҙгөлдөң итальян телендә "Адажио" композицияһын башҡарыуы барыһын да шаҡ ҡатырҙы һәм әсир итте. Ил эстрадаһы йондоҙҙары Валерий Меладзе, Пелагея һәм Баста барлыҡ тамашасылар кеүек һәләтле ҡыҙҙы аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы. Наҙгөлдө остаздарҙың һәр ҡайһыһы үҙенә алырға теләк белдерҙе. Йәш талант иһә Бастаны һайланы. Әле Наҙгөл Мәскәүҙә конкурстың сираттағы этабына әҙерләнә. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: