Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март 2018, 15:33

Ирекмәндәргә кенәгә тапшырылды

Дыуан районы хакимиәтенең ултырыштар залында “Йәштәр үҙәге”ндә эшләп килгән “Бергә” төбәк ойошмаһының район бүлексәһе ағзаларына ирекмән кенәгәһе тапшырылды.

Дыуан районы хакимиәтенең ултырыштар залында “Йәштәр үҙәге”ндә эшләп килгән “Бергә” төбәк ойошмаһының район бүлексәһе ағзаларына ирекмән кенәгәһе тапшырылды.
Район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса комитеты рәйесе А. Ширяев һәм “Йәштәр үҙәге” директоры И. Мөхйәрова ирекмәндәргә тәбрикләү һүҙҙәрен һәм йылы теләктәрен еткерҙе. Хәрәкәт активистары ирекмәндәр антын ҡабатлағандан һуң уларға шәхси кенәгәләр тапшырылды.
Ирекмән кенәгәһе – ул волонтерҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеген иҫбатлаусы документ, унда ирекмәндең ниндәй сараларҙа ҡатнашыуы теркәлеп бара. Был киләсәктә уҡырға ингәндә генә түгел, ә эшкә урынлашҡанда, бер йәмәғәт ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә лә бик мөһим.
Сара барышында шулай уҡ “Бергә” йәштәр хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаларына ойошма значо- гы тапшырылды.
“Йәштәр үҙәге” активистары, Виталий Ивлев һәм Анна Гусева Анапа ҡалаһында урынлашҡан “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә булып ҡайтҡандан һуң тыуған тәьҫораттары менән бүлеште. Психолог Г. Шакирова үҙәктә үҫмерҙәргә һәм йәштәргә психологик ярҙам күрһәтеү кабинеты эшләп килеүе, унда һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтергә мөмкин булыуы тураһында һөйләне.
Сара күмәкләп ирекмәндәр гимнын башҡарыу менән тамамланды.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы. Фото “Йәштәр үҙәге” архивынан.
Читайте нас: