Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2018, 10:51

Башҡорт ҡурайы – төбәк бренды

Ошо көндәрҙә ҡурай Башҡортостандың төбәк бренды булараҡ теркәлде.

Ошо көндәрҙә ҡурай Башҡортостандың төбәк бренды булараҡ теркәлде.
— Башланғыстың авторы — танылған ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, ул саҡтағы Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат Айытҡолов. 2014 йылдан башлап республиканың Мәҙәниәт министрлығы ошо йүнәлештә ҙур эш алып барҙы. Башҡортостан республикабыҙҙың символына әүерелгән милли уйын ҡоралының килеп сыҡҡан урыны тип аталды, быны раҫлаған байтаҡ архив материалдары тупланды, — тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостадан сенатор Лилиә Ғүмәрова патент алыу тураһында яңылыҡты Федерация субъекттарында традицион тауарҙарҙы — “төбәк брендтарын” асыҡлау һәм уларҙы теркәү буйынса эште ойоштороу мәсьәләләре буйынса тематик осрашыуҙа иғлан итте. Сара Бөтә Рәсәй патенттехник китапханаһында уҙҙы һәм 250- нән ашыу ҡатнашыусыны, шул иҫәптән 40-тан күберәк төбәк вәкилдәрен йыйҙы.
Сенатор үҙ сығышында төбәктәрҙең географик урынға һәм быуындан быуынға тапшырыла килгән йолаларға бәйле үҙенсәлекле тауарҙары йәһәтенән юғары потенциалға эйә булыуҙарын билдәләне. Улар араһында “Башҡорт балы”, “Хохлома”, “Тула перәниге” бар.
Фекер алышыуҙа Федерация Советы ағзалары, Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте етәксеһе Григорий Ивлиев, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре, илебеҙҙең традицион тауарҙарын етештереүселәр ҡатнашты.
Читайте нас: