Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель 2018, 11:48

Шиғриәт һөйөүселәр бәйгеһе

Кешеләргә йылы һүҙ әйтегеҙ, Йөрөгән саҡта ерҙең тышында. Тимер Йосопов.

Кешеләргә йылы һүҙ әйтегеҙ,
Йөрөгән саҡта ерҙең тышында.
Тимер Йосопов.
Тап ошо оран аҫтында үтте лә инде Дыуан районы республика лицей- интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс. Алтынсы йыл рәттән уҙғарылған сарала төньяҡ-көнсығыш райондарынан егерме туғыҙ егет ҡатнашты. Төбәгебеҙҙә шағирҙың ижадын үҙ күргән, рухлы шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләнгән үҫмерҙәребеҙ байтаҡ булыуы күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Шиғриәт бәйгеһендә лицей уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән Тимер ағайҙың шиғырҙарынан торған монтаж береһен дә битараф ҡалдырманы. Уҡыусылар һөйләгән шиғырҙарға күҙ һалһаҡ, шағирҙың нисек тыуған ерен өҙөлөп яратыуын, унан көс, илһам, рух ныҡлығы алыуын күрәбеҙ, тоябыҙ. Ни өсөн тигәндә, Ер улы Тимер ағай икмәктең тәмен, еҫен тойоп үҫкән, тамырҙары тыуған еренә һеңгән, тамырланған, ул ер һулышын үҙ ерендә тойған. Уның ижадының тематикаһы бөгөн бик актуаль икәненә тағы ла инанаһың.
Баһалама ағзалары сарала ҡатнашыусыларҙың әҫәрҙе башҡарыу оҫталығына, үҙҙәрен сәхнәлә тота белеүенә, һайланған теманың актуаллегенә иғтибар итте. Жюри составында Тимер ағайҙың ауылдашы, Рәсәйҙең Маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Дыуан районы республика лицей-интернатында оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән Әнүәр Рәхимов, район мәғариф бүлеге методисы Илгенә Мөхәмәтова, оҙаҡ йылдар Мәсәғүт педагогия колледжы студенттарында башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән Рәйсә Бәҙретдинова һәм республика лицейинтернатының директор урынбаҫары Руслан Ғәбитов булды.
– Мин Тимер ағай менән бер ауылда тыуып үҫеүем, уның замандашы булыуым, уның менән аралашыуым өсөн сикһеҙ ғорурланам. “Ирмен тигән ирегеттең йөрәгендә эйәрле ат ятыр”, – тигән Рәшит Назаров. Мин Тимер ағайҙы ла шундай итеп күрәм: ул ғүмер буйы ярһыу ат һымаҡ алға сапты, ауырлыҡтар килһә түҙҙе, шатлыҡтарҙы уртаҡлаша белде. Ялҡынлы телмәр, үткер сая бөркөттәрҙәй киләсәккә ышаныс менән ҡараған күҙҙәр, минеңсә, Тимер Йосоповта ғына, – тине Әнүәр Хилаж улы үҙ сығышында.
– Уҡыусылар быйылғы конкурсҡа айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгәндәр. Бәйгеселәрҙең шиғырҙарҙы тағы ла оҫтараҡ итеп ятлауы ғына түгел, ә үҙҙәренең образдары өҫтөндә лә ныҡлы эшләүе күренеп тора. Егеттәр генә ҡатнашҡан ошондай конкурстарҙың әһәмиәте, һис шикһеҙ, ҙур. Бөгөн улар үҙҙәренең һүҙҙәрен бәләкәй сәхнәлә әйтһәләр, иртәгә ҡыйыу рәүештә йәмәғәт алдында һүҙ тотасаҡтар, – тине Илгенә Вәкил ҡыҙы.
Лицей таланттары башҡарыуындағы йыр-бейеү менән үрелеп барған конкурс, ниһайәт, тамамланып, еңеүселәр ҙә билдәләнде. Төп приз Гран-приға Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айтуған Ханнанов лайыҡ булды. 1-се урын 3-4-се класс уҡыусылары араһында Салауат районы Лағыр урта мәктәбе- нән Азамат Ғаззаловҡа, 5-7-се кластарҙан Дыуан районы республика лицейинтернаты уҡыусыһы Фларит Нурыевҡа, 8-10-сы кластарҙан шулай уҡ Дыуан районы республика лицей-интернатынан Илназ Усмановҡа бирелде.
Шағирҙың бала сағы, үткән тормошо, уның хыялдары тураһында һөйләшер, йәғни, шиғриәт донъяһына сумыр өсөн уның тыуған яҡтарында булыу, ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан атлау, ул һулаған һауаны һулау кәрәктер. Шулай итеп, күрше райондарҙа йәшәп, Тимер Йосопов ижадына битараф булмаған егеттәребеҙгә лә әҙиптең илһам шишмәһе урғылып сыҡҡан ерҙә үҙ һәләтен күрһәтергә насип булды. Афарин, егеттәр!
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы.
Ә. Нурыева фотоһы
Читайте нас: