Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2018, 11:41

60 йыл бергә-бергә

Бергә татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 60 йыл бергә йәшәүселәр бик һирәк. Мәсетле районы Ҡыҙылбай ауылында ла күптән түгел гәүһәр туйҙарын билдәләгән дан ғаилә йәшәй – Рәйсә һәм Риза Насретдиновтар улар.

Бергә татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 60 йыл бергә йәшәүселәр бик һирәк. Мәсетле районы Ҡыҙылбай ауылында ла күптән түгел гәүһәр туйҙарын билдәләгән дан ғаилә йәшәй – Рәйсә һәм Риза Насретдиновтар улар.
Ғаиләнең йортон табып килгәс, беҙҙе Риза бабай ҡаршыланы. Ниндәй йомош менән килгәнде белгәс, йәһәт кенә күршеләренә ингән Рәйсә әбейҙе саҡырып килтерҙе. Килешле генә атлап, бер-береһе менән яғымлы ғына һөйләшкән Насретдиновтарҙы 60 йыл бергә йәшәгән пар тип уйла- маҫһың да. Шаяртыу ҡатыш һөйләшеп, бер-береһенә йылы хистәрен һаҡлай алғандары һоҡланыу тойғоһо уятты.
– Бергә-бергә ҡартайыуға ни етә! Бына бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл да тулып уҙҙы, – ти улар. Иң мөһиме, бербереңде аңлап, тыңлап, кәңәшләшеп йәшәргә кәрәк.
– Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхетте татыусы пар ғүмер йомғағын һүтте. Туҡһанды ваҡлауҙарына ҡарамаҫтан, икеһенең дә хәтере бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡ- тары менән яҡшы таныш улар.
Риза Әғлетдин улы менән Рәйсә Зөфәр ҡыҙы икеһе лә ошо ауылдан. Өйләнешкәс, ғаилә ата-әсәләре менән бергә йәшәй. Йәш егет әкренләп йорт һала башлай, әрмегә алынғас, Рәйсә әбей бер йәшлек кенә ҡыҙы менән ҡәйнәләре йортонда тороп ҡала. Тормош иптәше өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ғаилә йорт һалып бөтөп өй туйлай.
– Туйыбыҙ бөгөнгөләй иҫтә. Ҡыңғыраулы аттар егеп ауыл буйлап гармунда уйнап йөрөнөк. Хәҙер йәштәр машинаға инеп ултыра ла кем өйләнешкәнен күреп тә булмай, – ти улар йылмайып.
Насретдиновтар икеһе лә ғүмер буйы колхозда эшләгән. Рәйсә әбей төрлө эш башҡара, 25 йылдан ашыу һауынсы була. Риза бабай 43 йыл тракторсы булып эшләй. Хеҙмәт юлы дәүерендә маҡтау грамоталарына, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалына, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ булған. Икеһе лә хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә.
Насретдиновтар өс балаға ғүмер биреп үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Алты ейән-ейәнсәрҙәре, биш бүлә-бүләсәрҙәре йөрәгенә изгелек орлоҡтары сәсеүсе олатай, өләсәй булыуҙары менән дә бәхетлеләр. “Балаларыбыҙ ситтә йәшәһәләр ҙә ярҙамдарынан ташлама- йҙар”, – ти улар. Ауылда йәшәгәс, малтыуар аҫрамай булмай, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Рәйсә әбей менән Риза бабай ҙа һәр ваҡыт күпләп мал аҫрағандар, ҡош-ҡорттарын бөтөрөүҙәренә бер йыл самаһы ғына. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй улар. Рәйсә әбейҙең күҙҙәре яҡшы күрә, ул әле һаман бәйләм бәйләй. Йәш сағында көндөҙ колхозда эшләһә, төндәрен ауылдаштарына күлдәктәр тегеүен дә һөйләп китте.
– Оҙайлы ғүмер йылдарында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды, әммә татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, – ти туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған әбей менән бабай.
Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарын бер-береһенә тоғро ҡалып үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған парға артабан да Хоҙай һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен.
Р. Әлимбаева. Мәсетле районы. Автор фотоһы
Читайте нас: