Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2018, 11:05

Беҙҙекеләр бирешмәй

Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында ҡул һуғышы буйынса чемпионат уҙҙы. Ярыштарҙа республика буйынса территориаль бүлексәләрҙән барлығы 17 команда ҡатнашты, шул иҫәптән Дыуан районы эске эштәр бүлеге командаһы ла бар ине.

Полиция майоры Илгиз Һаҙыев, өлкән лейтенант Антон Леонтьев, кесе сержант Радик Ғарифуллин Мәсәғүттә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында шөғөлләнә. Күнекмәләрҙе 2016 йылдан башлап Илгиз Һаҙыев үҙе алып бара. Әйткәндәй, Илгиз Айрат улы 1990 йылдан башлап ҡул көрәше менән шөғөлләнә. А. Леонтьев 2009 йылдан күнекмәләргә йөрөһә, Р. Ғарифуллин бер йыл шөғөлләнә. Ҡул көрәше оҫталығы уларға эштә лә ярҙам итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре был юлы ла яҡшы әҙерлек күрһәтте. Антон Леонтьев 90 килограмдан ауырыраҡ категорияла беренсе урын яулаһа, Илгиз Һаҙыев 85 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында икенсе урын алыуға өлгәште.
Р. Иштуғанова. Дыуан районы.
Һүрәттә: И. Һаҙыев һәм А. Леонтьев ярыштан һуң.
Читайте нас: