Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2018, 13:33

Уҡырға ҡайҙа барырға?

Башҡортостан абитуриенттары Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы эшләгән “Дөрөҫ һайла” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында илебеҙҙәге барлыҡ юғары уҡыу йорттары һәм уларға уҡырға инеү өсөн күпме балл йыйыу кәрәклеге хаҡында хәбәрҙар була ала.

Башҡортостан абитуриенттары Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы эшләгән “Дөрөҫ һайла” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында илебеҙҙәге барлыҡ юғары уҡыу йорттары һәм уларға уҡырға инеү өсөн күпме балл йыйыу кәрәклеге хаҡында хәбәрҙар була ала.
Федераль ведомство сайтында билдәләнеүенсә, ҡушымта һәр вуздағы уҡыу кимәле, әҙерлек йүнәлештәре, белем алыуҙың уртаса хаҡы һәм ҡайһы бер башҡа күрһәткестәр менән таныштырыуҙан тыш, берҙәм дәүләт имтиханында йыйған балдарҙан сығып үҙ мөмкинлегеңде алдан уҡ баһаларға ярҙам итә. Бында шулай уҡ уҡырға инеү өсөн минималь балл күрһәтелә, белем биреү барышы һәм буласаҡ һөнәр һүрәтләнә, абитуриенттарҙың шәхси ҡаҙаныштары өсөн өҫтәмә балл тураһында мәғлүмәт бирелә.
Ҡушымтала бөтә белем кимәлдәре (магистратура, аспирантура, ординатура, ассистентура-стажировка, адъюнктура), әҙерлек курстары, ғәмәлгә ашырылған белем биреү программалары, уҡытыусыларҙың ҡыҫҡаса резюмеһы, инклюзив белем алыу шарттары менән танышырға була.
Сервис “Абитуриент календары” менән тулыландырылған. Ул йәштәргә юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү барышында мөһим сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Мобиль ҡушымта рәүешендәге проекттан iOS, Android платформаларында, шулай уҡ интернет селтәрендәге abitur.cbias.ru мобильадаптив веб-порталында файҙаланырға мөмкин.
Читайте нас: