Һәр кем ер йөҙөнә яратырға, яратылырға, ғаилә ҡороп бәхетле булырға килгән. Халыҡ мәҡәлендә лә “Матур ғаилә ил ҡото” тиелә. Һоҡланырлыҡ, өлгө алырлыҡ татыу ғаиләләр тормошто биҙәй. Салауат районы Арҡауыл ауылынан шундай ғаиләләрҙең береһе Алмаз һәм Зарина Әхтәровтар менән таныштырып китмәксебеҙ.
Алмаз Әнис улы мәктәптә уҡығанда уҡ, бәлки әсәһе музыка уҡытыусыһы булғанғалыр, ҡурай уйнарға ярата. Төрлө конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Әрме сафтарында хеҙмәт иткәндә лә Алтай далаһында үҫкән көпшәнән ҡурай эшләп егеттәргә уйнап күрһәтер була. Бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнеп, сәләмәт тормош яҡлы булып үҫкән егет әрменән ҡайтҡас Лағыр мәктәбендә көрәш буйынса тренер булып эш башлай. Силәбе ҡалаһында физкультура академияһын тамамлай. Башҡортостан чемпионы, спорт мастерлығына кандидат, Бөтә Рәсәй турнирҙары призеры булыуға ирешә. Хәҙерге ваҡытта Арҡауыл ЛПУ-һында өлкән һаҡсы булып эшләй.
– Көрәш ярыштары барышында Харис Йосопов менән таныштым. Ул миңә Арҡауылда көрәш түңәрәге асырға тәҡдим итте. Биш йыл дауамында түңәрәк менән етәкселек иттем. Шөғөлләнгән егеттәр араһында чемпиондар, спорт мастерлығына кандидаттар бихисап. Мәҫәлән, Наил Мөхәмәтйәнов – Европа, донъя чемпионы. Үҙем иһә 2008 йылда Башҡортостандың иң яҡшы тренеры булдым, – ти Алмаз Әнис улы.
Тормош иптәше Зарина Аданис ҡыҙы Малаяҙ һөнәрселек училищеһында поваркондитер һөнәрен үҙләштергән. “Янғантау” шифаханаһында ял итеүселәрҙе генә түгел, яҡындарын да тәмле аш-һыуҙары менән һыйлап ҡыуандыра ул. Әхтәровтарҙың татыу ғаиләһендә ике бала үҫә. Ҡыҙҙары Зөһрә 10- сы класс уҡыусыһы. Пианинола оҫта уйнай, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. КВН-да уйнай, башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарырға ярата. Шулай уҡ икенсе йыл рәттән районда һылыуҡай конкурсында ҡатнашып призлы урындарға, номинацияларға лайыҡ була. Улдары Айгиз бейеү түңәрәгенә йөрөй, атаһынан ҡурайҙа уйнау, көрәш серҙәренә өйрәнә. Үткән йылда Р. Ғарипов шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында икенсе урын алыуға ирешкән. Оҫта ҡуллы малай ағастан һырлап төрлө әйберҙәр эшләргә ярата.
Әхтәровтар ғаиләләре менән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. 2005 йылда Алмаз ағайҙың әсәһе яғынан Хайровтар ғаиләһе менән бергә Өфөлә үткән шәжәрә конкурсында ҡатнашып беренсе урын алғандар. Быйыл иһә районда үткән “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” конкурс-фестивалендә Әхтәровтар “Теле барҙың иле бар” йүнәлешендә еңеү яулаған. Күптән түгел республика кимәлендә район намыҫын яҡлап лауреат исемен алыуға ирешкәндәр.
Тырыш ғаилә ҡош-ҡорт, мал аҫрай, бал ҡорто тота. Буш ваҡыттарында Әхтәровтар балыҡ ҡармаҡларға, тәбиғәт ҡосағында бергәләп ял итергә ярата. Шундай өлгөлө, балаларын башҡорт рухында тәрбиәләүсе әүҙем ғаиләләр күберәк булһын ине.