Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2018, 11:13

Зарина – йыл уҡыусыһы!

Балаҡатай районында һәләтле балаларҙы билдәләү, уларҙың ижади мөмкинселектәрен үҫтереү, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға һәм яңы үрҙәр яуларға илһамландырыу маҡсатында ”Йыл уҡыусыһы” конкурсын үткәреү матур традицияға әүерелде.

21 мартта Яңы Балаҡатайҙа үткән бәйгелә 1-се һәм 2-се һанлы Яңы Балаҡатай, Ямаш ауылдары мәктәптәренең иң тырыш, иң ҡыйыу, йыр-моңға, бейеүгә маһир уҡыусылары ҡатнашты.
Традиция буйынса конкурсанттарҙы төп һәм балаларҙан торған жюри баһаланы. Конкурс һынауҙары барышында уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы, ”Ирекмән – ғорур яңғырай” темаһына сығыш яһап, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп үҙҙәренең аң-белем даирәһенең киңлеген, әүҙем тормош позицияһын, аудитория менән эшләй белеү һәләтен күрһәтте. Һөҙөмтәлә иң күп мәрәй йыйып 1-се һанлы Яңы Балаҡатай мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Зарина Хәсәнова (һүрәттә) еңеү яуланы. Конкурсанттарҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ә. Иҙелбаев. Балаҡатай районы
Читайте нас: