Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2018, 13:37

Республикала беренсе!

Күптән түгел Туймазы ҡалаһында 2004-2006 йылғы балалар араһында уҙған хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә Ҡыйғы районы командаһы чемпион исеменә лайыҡ булды.

Күптән түгел Туймазы ҡалаһында 2004-2006 йылғы балалар араһында уҙған хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә Ҡыйғы районы командаһы чемпион исеменә лайыҡ булды.
2017 йылдың декаберенән 2018 йылдың февраленә тиклем уҙған БР балалар хоккей лигаһы беренселеге уйындарында ҡыйғылар Мәсетле, Дыуан, Салауат райондары командаларын еңеп финалға уҙа.
Финал уйындары бик көсөргәненшле уҙа. Беренсе көндәге уйында Ҡыйғы командаһы Әлшәйҙәрҙе 18:2, икенсе көндө
– Көйөргәҙе командаһын 5:0, ә өсөнсө көндө Кушнарен районы спортсыларын 6:5 иҫәбе менән еңә. Ә бына иң һуңғы финал уйынында Межгорье ҡалаһы хоккейсылары менән осрашыу хәл иткес була. Ниһайәт, беҙҙең йәш спортсылар ҡаршы ҡапҡаға яуапһыҙ биш гол индереп хоккей буйынса Башҡортостан Республикһы беренселеге чемпиондары исеменә лайыҡ була. Афарин, егеттәр!
Л. Ғабдуллина.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: