Рәсәй ҡораллы көстәренә яҙғы саҡырылышта мөһим яңылыҡ. Быйыл быға тиклем сәләмәтлеге арҡаһында хеҙмәткә алынмаған һәм 27 йәше тулып уҙған ир-егеттәр әрмегә саҡырыласаҡ.
Әлегә тиклемге ҡанун буйынса ваҡытлыса яраҡһыҙҙар хеҙмәттән ҡалдырыла ине. 2017 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәт тураһында ҡанунға үҙгәрештәр индерелде. Һөҙөмтәлә, һаулыҡ торошо буйынса хеҙмәт итә алмаған, әммә һауыҡҡас армияға барырға телә- гәндәр, 27 йәше тулһа ла, һалдатҡа алыныуы мөмкин.
1 апрелдә Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды. Ул 15 июлгәсә дауам итә. Башҡортостандың хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, был яҙ республиканан биш мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Был алдағы йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ. Яңы хеҙмәткә алынғандар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итәсәк.
Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының баш ойоштороу- мобилизация идаралығы етәксеһе Евгений Бурдинский ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар һаны бөтөн ил буйынса ҡыҫҡарасағын белдерҙе. Был контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең артыуы менән бәйле.
Башҡортостандың Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, республика буйынса армияла хеҙмәт итеүгә уртаса яраҡлыҡ күрһәткесе 73 процент тәшкил итә, йәғни йәш кешеләрҙең дүрттән бер өлөшөн медицина комиссиялары яраҡһыҙ тип таныған.