Эйлестан
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2018, 12:29

Дыуандар – чемпиондар

5-8 апрелдә Салауат ҡалаһында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында пауэрлифтинг буйынса республика чемпионаты үтте.

5-8 апрелдә Салауат ҡалаһында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында пауэрлифтинг буйынса республика чемпионаты үтте.
Дыуан районы йыйылма командаһы составында Вознесенка ауылынан Савелий Александров, Ҡалмаштан Павел Водолеев, Дыуандан Данил Абдрахманов, Иван Ярушин, Никита Трофимов, Оксана Гордеева һәм Илнур Мөхәмәтшин сығыш яһаны.
Дүрт спортсы республика ярыштарында тәү тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Район командаһының иң йәш пауэрлифтеры Савелий Александров (тренеры В. Петров) үҙ ауырлыҡ категорияһында дүртенсе урын алды. Дыуан ауылы мәктәбе уҡыусыһы Данил Абдрахманов (тренеры А. Гордеев) – өсөнсө, Дыуан күп профилле колледжы студенты Илнур Мөхәмәтшин үҙ катего- рияһында етенсе урын яуланы. Тәжрибәлерәк спортсылар Дыуан күп профилле колледжы студенты Иван Яру- шин (415 кг күтәреп) һәм Дыуан ауылы мәктәбе уҡыусыһы Никита Трофимов (462 кг) – дүртенсе урында.
Дыуан ауылы мәктәбе уҡыусыһы Оксана Гордеева тағы ла республиканың иң көслө пауэрлифтеры булыуын иҫбатланы. Ул өс күнек- мә һөҙөмтәләре буйынса (штанганы яурынға һалып күтәреү – 190 кг, эскәмйәгә ятып күтәреү – 95 кг, сүкәйеп ултырып күтәреү – 177 кг) үҙ ауырлыҡ категорияһында беренселекте яуланы.
Команда иҫәбендә Дыуан районы йыйылма командаһы беренсе урынға сыҡты. Тренер А. Гордеев һүҙҙәренсә, дыуандар алты йыл үткәндән һуң чемпион исемен кире ҡайтара алды.
Р. Әлимбаева.
Дыуан районы.
Фото район хакимиәте сайтынан
Читайте нас: